Нигаматовский сельсовет муниципального района
Баймакский район Республики Башкортостан

Выступления главы

Ниғәмәт ауыл биләмәһенең 2018 йыл өсөн йыллыҡ отчеты.

2018 йылды Ниғәмәт ауыл биләмәһе тотороҡло, киләсәккә тағы ла өмөтлө ниәттәр менән тамамланы. Биләмәлә уҙған йылдың беренсе ғинурына барлығы   --- 3321 кеше иҫәпләнде. 2019 йыл башына -- -3185 кеше.2018 йылда  --22 сабый (2017- 24) донъяға килгән.25 кеше баҡыйлыҡҡа кускән.(2017 – 32).Үҙ-үҙенә ҡул һалыусылар теркәлмәгән. 2018 йылда 26 пар законлы никахҡа ингән. Биләмәлә хеҙмәткә яраҡлы- 2059 кеше иҫәпләнә. Был – 64,4 %.Пенсионерҙар һаны- --, инвалидтар --- 121, вахта ысулы менән—132 кеше эшләй Һуңғы өс йылда демографик хәл тотороҡло, бөтәһе – куп балалы ғаилә , 18 ғаилә айырым иғтибар талап итә.2018 йылда 3 әсә ( Сәитбатталова Рәзилә Рәүеф ҡыҙы,Ғүмәрова Ләйсән Вәхит ҡыҙы, Каҙакбаева Рәзинә Рәүеф ҡыҙы.

«Әсәлек даны « миҙалына лайыҡ булдылар. Һуғыш һәм тыл ветерандары һәр ваҡыт иғтибар үҙәгендә. Биләмәлә 1 һуғыш һәм ----- тыл ветераны йәшәй.Уларға 5 социаль хеҙмәткәр ярҙам күрһәтә.

Хәрби иҫәптә 680 кеше,3-офицер, 59 – саҡырылыусы. 1120 хужалыҡҡа --- 1704 эре мөғөҙлө мал иҫәпләнә. 6 урында эре мөғөҙлө, 5 ат көтөүе ойошторолдо. Көтөү һөҙөмтәләре буйынса – Ниғәмәтуллин Факил Файзрахман улы иң яҡшыһы тип табылды. Ваҡ мөғөҙлө мал сиратлап көтөлөндө.

Биләмәлә 2 урта белем биреү,1дөйөм белем биреү,1 башланғыс мәктәп уңышлы эшләй.Ниғәмәт урта мәктәбендә -156 уҡыусы ,36 хеҙмәткәр,2-се Этҡол мәктәбендә- 146 укыусы,    33 хеҙмәткәр, Байымда- 52 укыусы. 15 хеҙмәткәр.Бөтәһе – 354 уҡыусыға, 43 уҡытыусы белем биргән.

Ниғәмәт урта мәктәбе уҡыусыһы Сәлимйәнова Миңзәлә, 2-се Этҡол мәктәбенән Әлмөхәмәтова Нәркәс “Уҡыуҙағы юғары ҡаҙаныштары”өсөн алтын миҙалға лайыҡ булды.

6 ауылдың бишеһендә фельдшер –акушер пункттары эшләй.2018 йылда    

  медицина ярҙамы һорап  7567 тапҡыр  мөрәжәғәт иткәндәр,   547    кеше диспансер тикшереүе үтеүгә йәлеп ителгән.

«Тиҙ ярҙам» машинаһы  хеҙмәткәрҙәре  36    мөрәжәғәт ҡабул иткән.

Биләмәлә 5 мәҙәниәт усағында 1114 мәҙәни сара үткәрелғән.Тамашасыларҙың күңелендә , бигерәк тә,”Һаҡмар”халыҡ театры һәүәҫкәрҙәре тарафынан ҡуйылған “Күгәрсенкәйҙәрем”, 2-се Этҡол һәм Байым һәүәҫкәрҙәре әҙерләгән “ Ҡатын түгел-аждаһа”                               спектаклдәре, “ Сәләмәт ауыл” бәйгеһе сиктәрендә үткәрелгән “Ҡорама” байрамы, 2-се Этҡол ауылының арҙаҡлы шәхесе Азамат Әғзәм улының ҡәҙер һәм хөрмәт кисәһе матур хистәр, тәрән тәьҫораттар ҡалдырған. Байым ауылының «Умырзая»,Ниғәмәттең «Һандуғастар», 2-се Этҡол» Аҡҡайын”,                     Иҫән ауылының «Ләйсән»,Үрге һәм Түбәнге Яйыҡбай  ауылдарының вокаль,фольклор ансамблдәре эшмәкәрлеге ихтирамға һәм иғтибарға лайыҡ.

2018 йыл=Ғаилә йылы сиктәрендә Түбәнге Яйыҡбайҙан Хәсәновтарҙың ғаилә ансамбле биләмәнең генә түгел, райондың да данын  Республикала  һәр ваҡыт яҡлап сығыш яһай һәм ҙур еңеүҙәргә өлгәшә.

Ниғәмәт, 2-се Этҡол, Байым ,Үрге Яйыҡбай китапханаларының фонды -21057 китап тәшкил итә.1993 китап уҡыусы теркәлгән.Район «Алтын тирмә” бәйгеһендә Ниғәмәт зирәктәре тейешле мәрәй йыйып, белем һәм тиҙ фекерләү ҡеүәһенең юғарылығын раҫланы. Китапханасылар йәш китап уҡыусылар менән дә әүҙем эшләне.

Биләмәлә рәсми теркәлгән 41 шәхси эшҡыуар , һәр береһе үҙ өлкәһендә халыҡҡа тейешле хеҙмәт күрһәтте. Халыҡтан һөт йыйыу менән биш эшҡыуар шөгөлләнһә, Зөлфирә Әминева Яйыҡбай ҡоротоноң данын республикаға таратты.ағас эшкәртеүселәр төҙөлөш  материалы тәҡдим итһә, Ниғәмәт һалмаһының даны Өфөнө лә яуланы.Илгиз Танғатаров тоҡомло һарыҡтар үрсетһә, Зәкир Шәрипов тәгәрмәстәрҙе монтажланы. Даян Әүәлбаевтың икмәге һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана, Вәхит Әбдрахманов халыҡтан ит йыйып , ауылдаштарҙы  ҡулаҡса менән ҡыуандырҙы.»Лилиә” бөҙрәханаһының хеҙмәте менән биләмә халҡы бик ҡәнәғәт. Әсфәр Рыҫҡужин халыҡты газ баллондары һәм утын менән тәьмин итте. Фәррәх Ҡашҡаров олоһон да, кесеһен дә йылы быймалар менән һөйөндөрҙө.» Аҡназар» һунарсылыҡ базаһы йәнлектәрҙе имен ҡышлатып ,яҙға аяҡ баҫтырһа, Айҙар Ғәитҡолов үҙ питомнигында ҡарағай үҫентеләре үрсетеп , урманды йәшәртеү эшенә үҙ өлөшөн индерә.” Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт  1679 га ерҙән 9976 ц. иген культуралары  йыйып алды.12 500 ц бесән әҙерләне,

2545 ц .һөт етештерҙе. Пайсыларға 782 ц. һоло таратты. « Мансуров Ф.Г.»  крәҫтиән- фермер хужалығы 146 га.ерҙә иген культуралары сәсеп , гектарынан 19 ц. уңыш алыуға өлгәште.Йәш крәҫтиән- фермер хужалыҡтарынан “Абайдуллин А.А.”КФХ-һы уңышлы эшләй. Хужалыҡ 2018 йылда  75 000 л. Һөт һауҙы. Биләмәлә урынлашҡан «Талҡаҫ» шифаханаһы өсөн уҙған йыл һынылыш йылы булды. Уның эшмәкәрлеген  “ Башфармация” ойошмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алды.Дәүләкән балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһының 2-се Этҡол филиалы йылды тотороҡло тамамланы. Ләкин унда эшләүселәрҙең һанының төрлө сәбәптәр буйынса кәмеүе уйландырырға мәжбүр итә.Ғөмүмән алғанда, биләмәлә иҡтисади яҡтан йәнлелек күҙәтелә.Быға асыҡ миҫал , Үрге Яйыҡбай ауылының “Бай” кооперативының республика программаһында   еңеүе, йәштәрҙең «Старт-апп», « Башланғыс фермер», “Ғаилә фермаһы” программаларында әүҙем ҡатнашыуы , йыл башында Азат Абайдуллин тарафынан билмән эшләү цехы асылыуы киләсәктә лә биләмәнең үҫеш юлында буласағын күҙаллай.

Ниғәмәт ауыл биләмәһе 2014 йылдан алып»Урындағы башланғыстарҙы яҡлау”,”Аныҡ эштәр”программаларында әүҙем ҡатнаша. 2018 йылда « Талҡаҫ күле яр буйын төҙөкләндереү» проекты  менән ҡатнашып,еңеп сыҡтыҡ.Әлеге көндә  контракт буйынса эштәр тулыһынса үтәлде.»Аныҡ эштәр” программаһы буйынса Ниғәмәт ауылы зыяратын яңыртып кәртәләү өсөн  105 п.метр тимер рәшәткә эшләтелде. Ғөмүмән аоғанда,юлдарға  таш Түшәлде (Ленин, С.Юлаев .К.Дияров –ташҡын эҙемтәләре), 2-се Этҡол,Түбәнге Яйыҡбай ,Ниғәмәт ауылдарындағы электән  килгән  ҡыйлыҡтарға рекультивация яһалды. Ҡалғандары эттерелеп ,тәртипкә килтерелде. Йәмәғәт урындары, обелисктар , ауылға ингән ерҙәр , аллеялар ремонтланып , аҡлау- буяу эштәре башҡарылды.Пожар хәүефһеҙлеген иҫкәртеү маҡсатында һыу помпаһы, ранецтар һ.б. алынды.2-се Этҡол ауылына ингән ерҙә – ауыл ҡапҡаһы эшләнде .

Иҫән  ауылында  хәүефле уйылған юлдың яр ы рәтләнде, өҫтәлмә яҡтыртыу фонарҙары ҡуйылды.

Биләмәлә бөтәһе – биш мәсет.  Алтынсыһы- Үрге Яйыҡбай ауылында тамамланыу өҫтөндә.2018 йылда Иҫән ауылында  яңы мәсет сафҡа инде.Ә Түбәнге Яйыҡбай ауылында , тарихи ҡомартҡы -1867 йылғы мәсет ,рекострукцмянан һуң үҙ ишектәрен асты.  Күп кенә төҙөкләндереү эштәре башҡарылды.,ауыл яңы матур төҫ алды.Мәсеттәрҙең барыһында ла йома намаҙҙары уҡыла,никах уҡытыу, исем ҡуштырыу , егеттәр әрме хеҙмәтенә киткәндә юл доғалары уҡыу йолалары атҡарылып тора.

Спорт буйынса ла  саралар әүҙем.ойошҡанлы үтеп тора.2010 йылдан алып,хәҙер инде йолаға әйләнгән “Ауыл биләмәһе кубогы”на волейбол , “Салауат ЯЙС кубогына” футбол, Азамат Тажетдинов  иҫтәлегенә көрәш – ярыштар сәмле,дәртле һәм ҡатнашыусыларҙың күп булыуы менән ҡыуандыра.Ауыл биләмәләре араһында  үткән спартакиадала йыл һайын призлы урын яулайбыҙ.2018 йыл йомғаҡтары буйынса -3 урын алдыҡ.

Биләмә ауылдарында йорт һалыу,уны сафҡа индереү яҡшы күренештәрҙең береһе. 2018 йылда барлығы  --------кв.метр сафҡа ингән. Уҙғын йылда күләмле ,мәшәҡәтле эш – ауыл биләмәһендәге ерҙәргә,объекттарға инвентармзацмя үткәрҙек.( бөтәһе – 1983 ер бүлеме билдәле булған булһа, тағы 16488 кв.метр ер барлығы асыҡланды.1470 объектҡа өҫтәмә 147 объект табылды.

Әлеге көндә ФИАС  программаһына индереү буйынса эшләйбеҙ.Әлеге көндә 1063 объект программаға ултыртылған.

Халыҡты ваҡытлы матбуғатҡа  яҙҙырыу буйынса ла эш яйға һалынған.Биләмәләге 2 почта бүлексәһе 2018 йылда 713 газета- журнал таратты.Ниғәмәттәге Үҙәк һаҡлыҡ банкы ла халыҡты ваҡытында хеҙмәтләндерҙе. Үрге Яйыҡбай- Баймаҡ йунәлешендәге шәхси автобус маршруты менән дә халыҡ ҡәнәғәт ҡалды.

Ауыл  биләмәһе хакимиәтенә халыҡ даими мөрәжәғәт итеп тора. Барлығы -4083 мөрәжәғәт ҡабул ителгән.Һорауҙар,бигерәк тә ер мәсьәләләре , эш асыу,  сабынлыҡтар менән тәьмин итеү,программаларҙа ҡатнашыуға ҡайтып ҡала.Сит ойошмаларҙан 52 хат килгән.

Туғандар .күршеләр үҙ-ара килешмәгән осраҡтарҙы ла ҡарарға тура килә.

АУыл Советының бөтәһе 8 ултырышында 33 ҡарар ҡабул ителгән.

Иң ҡыуандырған  йыл ваҡиғаһы ,моғайын , Ниғәмәткә “зәңгәр ут” –газ килеүелер.Әлеге көндәрҙә йыл һайын хәүеф янаған Таулы күперен ремонтлау өсөн смета – проект документацияһы эшләнә башлауылыр.Ниғәмәт,2-се Этҡол , Иҫән ауылдарын  тулыһынса яҡтыртыу мәсьәләһе буйынса техник шарттар алыу өҫтөндә эшләйбеҙ. Проекттар буйынса Ниғәмәттә-120,2-се Этҡолда-174, Иҫәндә- 110 яҡтыртыу приборы ҡуйыласаҡ.Байым ауылында “Һаумыһығыҙ, ауылдаштар” байрамына әҙерлек эштәре башланды ла инде. “Ниғәмәт ауыл биләмәһе тарихы»ның икенсе өлөшөн яҙыуға әҙерлек эштәре бара.Төҙөкләндереү буйынса планға бик күп эштәр индерелгән. Газ торбаларына тоташыу мәсьәләләре лә контролга алынған.» Ауыл хужалығы кооперативтарын үҫтереү “ программаһы буйынса әүҙем эш алып барыла.Быйылғы йылда ҡатнашырға теләкте 4 инициатив төркөм белдерҙе. 2018 йылдың аҙағында барлыҡҡа килгән ир-егеттәр ,аҡһаҡлдар ҡоро әүҙем эш башланы. Ауылдарыбыҙҙың киләсәге өсөн һәр кем яуаплы икәнен онотмайыҡ,артабан да ҡәңәшләшеп , бер йүнәлештә эшләйек.Иғтибарығыҙ өсөн рәхмәт!