Нигаматовский сельсовет муниципального района
Баймакский район Республики Башкортостан

Ниғәмәт ауылы мәҙәниәте йортонда "Ғаилә бәхете бергә булыуҙа" исемле КВН уйындары үткәрелде.

  Ниғәмәт ауылы  мәҙәниәте йортонда "Ғаилә бәхете бергә булыуҙа" исемле КВН уйындары үткәрелде. Ҡатнашыусылар Башҡортостан тураһында һорауҙарға, йомаҡтарға, ғаиләлә килеп сыҡҡан ситуацияларға яуаптар эҙләнеләр, тиҙәйткес әйттеләр һәм башҡа төрлө ҡыҙыҡлы ярыштарҙа көс һынаштылар. Был ҡыҙыҡлы,мауыҡтырғыс ярыштарҙа Кашапова Гөлзиә улдары менән беренселекте яуланылар. Әсәле-ҡыҙлы Мөхәрләмовтар, Ғәббәсова Миңлебикә ейәне, ейәнсәре менән бик ихлас ҡатнаштылар. Китапханала И.Тургеневтың "Воробей" хикәйәһен китапханасы Киекбаева Гөлбикә Сафа ҡыҙы бик матур итеп уҡып ишеттерҙе. Ул турғайҙың үҙ балаһын эттән алып ҡалыуы тураһында. Хикәйә әсәләрҙең балаларына ҡарата оло мөхәббәтен һүрәтләй.

 

     КВНда ҡатнашыусыларға ҙур рәхмәтлебеҙ, уларға  барлыҡ эштәрендә,уҡыуҙарында  уңыштар, ғаилә  бәхете  теләйбеҙ!