Нигаматовский сельсовет муниципального района
Баймакский район Республики Башкортостан

Программа Поддержки местных инициатив

На территории сельского поселения Нигаматовский сельсовет стартовала программа Поддержки местных инициатив (ППМИ)

На территории сельского поселения Нигаматовский сельсовет стартовала программа Поддержки местных инициатив (ППМИ)

Уважаемые жители населенных пунктов!

На территории сельского поселения Нигаматовский сельсовет стартовала программа Поддержки местных инициатив (ППМИ).

Приглашаем всех участников принять участие в программе!

Перейти к рубрике программа Поддержки местных инициатив

Далее...

Биләмәлә рәсми теркәлгән 41 шәхси эшҡыуар , һәр береһе үҙ өлкәһендә халыҡҡа тейешле хеҙмәт күрһәтте.

Халыҡтан һөт йыйыу менән биш эшҡыуар шөгөлләнһә, Зөлфирә Әминева Яйыҡбай ҡоротоноң данын республикаға таратты.ағас эшкәртеүселәр төҙөлөш  материалы тәҡдим итһә, Ниғәмәт һалмаһының даны Өфөнө лә яуланы.Илгиз Танғатаров тоҡомло һарыҡтар үрсетһә, Зәкир Шәрипов тәгәрмәстәрҙе монтажланы. Даян Әүәлбаевтың икмәге һәр ваҡыт ҙур һорау менән файҙалана, Вәхит Әбдрахманов халыҡтан ит йыйып , ауылдаштарҙы  ҡулаҡса менән ҡыуандырҙы.»Лилиә” бөҙрәханаһының хеҙмәте менән биләмә халҡы бик ҡәнәғәт. Әсфәр Рыҫҡужин халыҡты газ баллондары һәм утын менән тәьмин итте. Фәррәх Ҡашҡаров олоһон да, кесеһен дә йылы быймалар менән һөйөндөрҙө.» Аҡназар» һунарсылыҡ базаһы йәнлектәрҙе имен ҡышлатып ,яҙға аяҡ баҫтырһа, Айҙар Ғәитҡолов үҙ питомнигында ҡарағай үҫентеләре үрсетеп , урманды йәшәртеү эшенә үҙ өлөшөн индерә.” Салауат” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәт  1679 га ерҙән 9976 ц. иген культуралары  йыйып алды.12 500 ц бесән әҙерләне,

2545 ц .һөт етештерҙе. Пайсыларға 782 ц. һоло таратты. « Мансуров Ф.Г.»  крәҫтиән- фермер хужалығы 146 га.ерҙә иген культуралары сәсеп , гектарынан 19 ц. уңыш алыуға өлгәште.Йәш крәҫтиән- фермер хужалыҡтарынан “Абайдуллин А.А.”КФХ-һы уңышлы эшләй. Хужалыҡ 2018 йылда  75 000 л. Һөт һауҙы. Биләмәлә урынлашҡан «Талҡаҫ» шифаханаһы өсөн уҙған йыл һынылыш йылы булды. Уның эшмәкәрлеген  “ Башфармация” ойошмаһы үҙ ҡанаты аҫтына алды.Дәүләкән балалар аяҡ кейемдәре фабрикаһының 2-се Этҡол филиалы йылды тотороҡло тамамланы. Ләкин унда эшләүселәрҙең һанының төрлө сәбәптәр буйынса кәмеүе уйландырырға мәжбүр итә.Ғөмүмән алғанда, биләмәлә иҡтисади яҡтан йәнлелек күҙәтелә.Быға асыҡ миҫал , Үрге Яйыҡбай ауылының “Бай” кооперативының республика программаһында   еңеүе, йәштәрҙең «Старт-апп», « Башланғыс фермер», “Ғаилә фермаһы” программаларында әүҙем ҡатнашыуы , йыл башында Азат Абайдуллин тарафынан билмән эшләү цехы асылыуы киләсәктә лә биләмәнең үҫеш юлында буласағын күҙаллай.