Нигаматовский сельсовет муниципального района
Баймакский район Республики Башкортостан

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараһы Байым ауылында ла тантаналы шарттарҙа үҙҙы

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына арналған байрам сараһы Байым ауылында ла тантаналы шарттарҙа үҙҙы.
Ниғәмәт ауыл хакимиәте башлығы, Тайбугин Булат Фәрит улы, биләмәнең активтарына, уҙған саҡырылыш депутаттарына рәхмәт хаттарын тапшырҙы. Байрам уңайынан барыһында ҡотлап, изге теләктәрен еткерҙе. Халыҡ менән берлектә ауылды борсоған мәсьәләләр ҙә ҡаралды.
Уңған апай-инәйҙәребеҙ йәрминкәгә бик яҡшы әҙерләнгәндәр, төрлө ризыҡтарҙан өҫтәлдәр һығылып торҙо.
Байрамдың икенсе өлөшөн «Умырзая» фольклор ансамбле, мәҙәниәт мөдире, 9 синыф ҡыҙҙары һәм һәүәҫкәр йырсы Раян, йыр-бейеүҙәре, ҡурай моңдары менән бик йәнле итеп алып барҙы.